Өфөнөң Октябрьский районы суды баш ҡаланың Киров районының алыҫ биләмәләр менән эшләү бүлеге мөдиренә хөкөм язаһын иғлан иттте. Дәүләттең 24 миллион һумын урлауҙа ғәйепләнгән енәйәтсе 4 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителеп, 700 мең һум штраф түләйәсәк. Был урланған сумманың 5 проценты ғына. Чиновник 2 гектар ерҙе туғандарына бүлеп биргән.