Халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү, сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау маҡсатында ойошторолған медицина сараһы бушлай ойошторола. Табиптарға сират тормаҫ өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша йәки регистратурала алдан яҙылырға мөмкин. Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Өфөлә йәшәүсе Гәүһәр Хәбибуллина диспансер тикшереүҙе даими үтергә күнеккән. 56 йәшлек ханым быйыл да табиптарға беренселәрҙән булып юлланған. Уның фекеренсә, сирҙе киҫкен хәлгә еткергәнсе алдан иҫкәртеү хәйерле.
Башҡортостанда үлем осраҡтарын кәметеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Сирҙе ваҡытында асыҡлау, иртә стадияла дауалау ғүмерҙе оҙайтыу мөмкинлеге. Юллама буйынса флюрография, ЭКГ, ҡатын-ҡыҙҙар маммография үткәс, пациенттың сәләмәтлегенә ҡарап талап ителгән табиптар тикшереүе билдәләнә, өҫтәмә белгестәр йәлеп ителә.
2021 йылда республикала 900 меңдән ашыу кеше диспансер тикшереү үтер тип көтөлә. Һуңғы аҙна һөҙөмтәләре буйынса ғына ла йөҙләп кешелә иртә стадияла яман шеш асыҡланған, меңдән ашыу пациентҡа шифаханаға юллама бүленгән.
Эшләп йөрөгән граждандарға диспансер тикшереү үтеү өсөн өҫтәмә ял да бүленеүе ихтимал. Был осраҡта дауаханала үткәргән көн хеҙмәт урынынан тулыһынса түләнә. Әгәр ҙә ойошма тарафынан бындай мөмкинлек ҡаралмаһа, табиптар шәмбе ҡабул итә.
Флорида Ким