Бөгөн Волга буйы федераль округында тәүге тапҡыр балаға Да Винчи аппараты ярҙамында операция яһалды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөйөрҙө һаҡлап ҡалыу буйынса әмәлиәт Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары менән берлектә башҡарылды. Операция бүлмәһендә БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.

Хирургтан айырмалы роботтың өс ҡулы бар. Хәрәкәттәрҙе теүәлерәк башҡара. Уның бөтә эше ҙурайтылып экранда сағыла. Робот менән Башҡорт дәүләт медицна университеты ректоры Валентин Павлов идара итә.

Үҫмерҙең бөйөрөн һаҡлап ҡалыу буйынса операция иң заманса ысул буйынса башҡарыла. Быға тиклем Да Винчи ярҙамында балаларға операция  яһалмаған.  

21- се быуат хирургияһы. Робот менән операция ваҡытында пациент ҡан юғалтмай. Аҙ йәрәхәтләнә. Клиникала балалар бүлегендә реабилитациялау бүлеге асабыҙ. Донъяуи кимәлдәге сифатлы медицина ярҙамын республикала йәшәгән һәр кем алыу хоҡуғына эйә.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры

Үҫмерҙең бәүел ҡыуығы юлында тайпылыш булған. Ул үтә нәҙек һәм ваҡытында төҙәтмәгәндә, бөйөргә көс төшөп ул функцияһын юғалта. Һыналған заманса аппарат менән дауалау һөҙөмтәһендә бала тиҙерәк аяҡҡа баҫа.

Клиниканың робот үҙәге бүлмәһендә хирургтарҙан процессты күҙәтеүселәр күберәк. Тәүге тәжрибәне студенттар ҙа ҡарай. Улар уҡып бөткәндә педиатрияла яңы технология киңерәк ҡулланылыш аласаҡ.

Операция бер сәғәттән дә аҙыраҡ ваҡытты алды. 14 йәшлек үҫмер ике көндән тулы тормош менән йәшәй ала,ә бер айҙан тулыһынса һауыға тип билдәләй хирургтар.

Рәмилә Исмәғилева