Бөгөн Рәсәй студент төҙөлөш отрядтары көнө

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ошо уңайҙан йәштәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлына йыйылды. Пандемияға бәйле, осрашыу быйыл яңы форматта үтте. Йәштәр ҙур булмаған майҙансыҡтарҙа төрлө квестарҙа ҡатнашты.

Советтар Союзында ҡеүәтле эшсе көстәр армияһы булған хәрәкәт, әле лә әүҙемлеген юғалтмай. Туҡһанынсы йылдарҙа ул юғалып торһа ла, һуңғы йылдарҙа яңы көс туплап ҙур эштәргә тотондо.  Башҡортостанда ла студенттар отрядтары 2015 йылда тергеҙелә. Юғары уҡыу йортонда белем алыусыларҙың өсөнсө семестры төҙөлөш объекттарында, сәсеүлектәрҙә, тимер юл транспортында, сауҙа, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәләрендә үтә. Йәмғеһе был хәрәкәт 3 меңдән ашыу студентты берләштерә.

«Ҡар десанты» студент төҙөлөш отряды оло йәштәгеләргә ярҙам йүнәлешендә махсуслашҡан. Өфөнөң төрлө уҡыу йорттарында белем алған йәштәрҙе берләштергән мобиль төркөм район – ҡалалаларға сығып мохтаж кешеләргә йорт эштәрендә ярҙам күрһәтә, ихаталарын ҡарҙан таҙарта, ә кистәрен урындағы мәҙәниәт йорттарында концерт менән сығыш яһай.

Рафиҡ Әхмәтшин