“Алға” иҡтисади зонаһының айырым резиденттары кәрәкле рөхсәт ҡағыҙҙары алды

Әүҙем рәүештә төҙөлөш-монтаж эштәре алып бара. “Аркада” берекмәһе административ һәм етештереү шкорпустары төҙөлөшө менән мәшғүл. “ЗуР” компанияһы иһә нигеҙ эштәре башҡарған, талап ителгән кадрҙар әҙерләүгә лә иғтибар бирелә. Әле “Алға” айырым иҡтисади зонаһында 6 резидент бар. Улар 10 миллиард һәм тирәһе инвестиция һалыуҙы һәм 1 мең ярымға тиклем эш урындары булдырыуҙы планлаштыра. Март айында эксперт советы ултырышы уҙғарыла. Унда тағы ла ике резиденттың инвестиция проекттары буйынса бизнес-пландары ҡарала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика етәкселегенең айырым иҡтисад зоаһын киңәйтеү планы булыуы, бының өсөн Өфө янында яңы предприятелар өсөн участкалар бүленәсәге тураһында белдерҙе.