Республика дәүләт хеҙмәте күрһәтеү порталдарының һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендә эшләгәненә тәжрибә үткрәсәк. Ҡалған ҡушымталарҙы һынау өсөн пилот төбәк тип Мәскәү өлкәһе һайланған.
Әлегә тиклем был йүнәлештәр «Дәүләт хеҙмәте» порталында ла эшләп килә. Унда шулай уҡ күсемһеҙ милек, медицина һәм транспорт сараһына бәйле хеҙмәттәр менән файҙаланыу мөмкин. Ләкин айырым мобиль ҡушымталар булыуы эштәрҙе күпкә еңелләштерә һәм кибер хәүефһеҙлекте лә яңы кимәлгә сығара.
Бынан тыш, «Дәүләт хеҙмәте» порталы ла яңырыу кисерәсәк. Шәхси кабинет һәм төп сәхифә үҙгәртелә. Тауыш менән идара итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Яһалма интеллект технологиялары индерелеүен ҡулланыусы һиҙмәйәсәк. Йәғни, ул автомат рәүештә яңыртыла. Әле Мобиль ҡушымта менән Башҡортостанда халыҡтың 70 проценты ҡуллана. Пандемия шарттарында онлайн хеҙмәттәр алыу алымдары көнүҙәклеген иҫбатланы. Яҡын арала «Дәүләт хеҙмәте» порталына тағы ла 101 төбәк пункты өҫтәлә.
Айнур Кәбиров