Беренсе вице-премьер- Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, улар тимер-бетон һәм компрессор ҡорамалдар етештереүгә 100 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтә. Предприятиеларҙа 51 эш урыны булдырыла. Тимер-бетон ҡоролмалар етештереү Бәләбәй ҡалаһында яйға һалына. Компрессорҙар иһә Нефтекамала етештерелә башлай. Башҡортостанда шулай уҡ Күмертау, Благовещен һәм Белорет йылдам үҫеш биләмәләре бар.