Өфөлә Галле урамын оҙонайтыу өсөн 95 шәхси йорт һәм 93 гаражды алырға кәрәк

Был объекттар Галле, Комсомол, Бессонов, Ҡазан, Мурманск һәм башҡа урамдарҙа урынлашҡан. Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, күсемһеҙ милек хаҡын билдәләүҙә ризаһыҙлыҡтар, судлашыуҙар булыуы мөмкин, ошоларҙы иҫәпкә алғанда Галле урамының дауамы кәмендә өс йыл төҙөләсәк.