Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә ошо турала яҙа. Беренсе этапта көнкүреш ҡалдыҡтарын даими сығарыу системаһын көйләнек. Төбәк операторҙары булдырылды, яңы контейнерҙар ҡуйылды. Икенсе этап иһә ҙурыраҡ экология проблемаларын хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сүп эшкәртеү полигондары яңыртыла, шулай уҡ яңылары төҙөлә. Ҡалдыҡтарҙы бүлеп йыйыу системаһы индерелә. Сүп-сарҙы эшкәртеү һөҙөмтәлерәк була бара, экологияға аҙыраҡ зыян килә. Был эште дауам итәбеҙ, тип яҙа Андрей Назаров.