Тикшереү барышында Октябрь прокспектында ике йортта шәхси ҡарамаҡта булған ойошма асыҡланған. Уның биналары майҙанының бер өлөшө дөйөм ҡулланыу майҙаны итеп күрһәтелгән. Уларҙы йылытыу өсөн бер нисә йыл буйы халыҡ түләгән. Хәҙер һәр фатирға егерме мең һум самаһы аҡсаны ҡайтарырға тейештәр. Бындай проблеманы хәл итеү өсөн торлаҡ фондында инвентаризация эшләнә, был маҡсатта 170 миллион һум тотоноу ҡаралған, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.