Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәшкә 755 миллион һум бүленә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аҡсаның төп өлөшөн федераль ҡаҙна йүнәлтә. 8 учреждениела ҡан тамырҙары үҙәге һәм бүлексәләре өсөн медицина кәрәк-яраҡтары алыу планлаштырыла. Был ҡорамалдар май айында килә башлай. Бынан тыш 400 миллион һумдан ашыу аҡса дарыуҙар алыуға тәғәйенләнә.