Мәҙәниәткә 1 миллиард 600 миллион һум

Быйыл “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ошо сумма бүленгән. Был турала Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова коллегия ултырышында белдерҙе. Һуңғы йылдарҙа республикала мәҙәниәт усаҡтары йыһазландырыла, тейешле техника һатып алына.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә “Арт-Ҡоролтай” тигән сара үткәреү планлаштырыла. Республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов мәҙәниәт форумын ойоштороу башланғысын тәҡдим итте. Уны 25 мартта уҙғарыу ҡарала. “Йыйын мәҙәниәт үҫеше йүнәлештәрен билдәләү урынына әйләнә ала. 26 мартта иһә Фольклориадаға 100 көн ҡалыуҙы белдергән кире иҫәп башлана”, - тип хәбәр итте Азат Бадранов.