Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы 152 кешелә коронавирус асыҡланған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 5 мең 210 кеше әле ауырыуҙы еңел үткәрә, 264-е  дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 168 пациент һауыҡҡан, 3 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып   сирҙе  йоҡтороусылар һаны  27 меңдән артты.