Андрей Назаров бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Табиптар коронавирус менән көрәш барышында күрһәткән фиҙаҡәрлеге өсөн Рәсәй Президенты Маҡтау билдәһе һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Йылайыр үҙәк район дауаханаһы ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе фельдшеры Оксана Рачковаға Лука Крымский миҙалы тапшырылды. Андрей Назаров әйтеүенсә, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылында һаулыҡ һаҡлау тармағында етди үҙгәрештәр көтөлә. Федераль үҙәк ярҙамында алдағы биш йылда 500-ҙән ашыу яңы дауахана һәм поликлиника төҙөлә, 70-ендә капиталь ремонт үткәрелә.