Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рива Исхаҡова 81 йәшендә арабыҙҙан китте

Рива Афзал ҡыҙы 1940 йылда Саҡмағош районы Иҫке Үҙмәш ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә алына. 1966 йылда Салауат башҡорт драма театрына күсә.1974-1995 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй. Әнғәм Атнабаевтың “Балаҡайҙарым”да- Фәниә, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда -Ҡаҙнабикә, Хәкимйән Зариповтың “Эш кәләше лә, кәләше”ндә Ынйыбикә, башҡа спектаклдәрҙә актриса сағыу, халыҡсан образдар тыуҙыра. Рива Исхаҡова “Ай ҡыҙы” исемле тәүге башҡорт сериалындағы Өләсәй роле лә тамашасыларҙың хәтерендә ҡалды.