Республика башлығының Указына ярашлы, юбилей сараларын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын вице-премьер Азат Бадранов етәкләй. Нәжиб Асанбаев – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. “Рәйсә”, “Фәйзи”, “Ҡыҙыл паша”, “Көҙән башҡорто” һәм башҡа пьесалары күп театр сәхнәләрендә уңыш ҡаҙанды.