Туған тел – уларҙың төп байлығы һәм ҡаҙанышы. Шулай тип белдерҙе туған телдәргә арналған түңәрәк өҫтәл барышында Башҡортостан Мәҙәниәт министрының урынбаҫары Наталья Лапшина. Глобалләшеү осоронда әсә телен һәм милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлау мөһим бурыстарҙың береһе булып ҡала тине ведомство вәкиле.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында башҡорт теле буйынса белгестәр әҙерләнә. Декан Ләлә Хөсәйенова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХалыҡ-ара туған тел көнө 21 февралдә билдәләнә. Байрам уңайынан ойошторолған сараларҙың күбеһе 20 февралдә була. Шәмбе Башҡортостан халыҡтары телдәрендә диктант яҙалар. Шулай уҡ башҡорт Википедияһы ирекмәндәрен тәбрикләү сараһы, мәктәптәрҙә этношәмбе үтә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында танышырға мөмкин.