Өфө волейболсылары даими чемпионатта аҙаҡҡы уйындарға әҙерләнә

Ир-егеттәр командалары араһында Суперлигала 20 февралдә “Урал” Ырымбурҙан “Нефтсе” клубын ҡабул итә. Плей-офҡа тиклем Өфө волейболсыларына тағы ике уйын уҙғараһы ҡала. Турнир теҙмәһендә “Урал” 7-се урында килә.