Коронавирусҡа ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта булыусыларға – ихтирам билдәһе

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн Колонна залында республиканың медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Етмештән ашыу белгес ил Президентының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында табиптар, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары ла бар.

Медицина хеҙмәткәрҙәренең тап Ватан һаҡсылары көнө алдынан тәбрикләнеүе осраҡлы түгел. Уҙған йылдың мартынан алып улар ҡатмарлы сир – коронавирус менән көрәштә алғы һыҙыҡҡа баҫты.  Ҡыҙыл зона. Аҡ халатты һаҡлаусы костюмға алмаштырып, вахта ысулы менән эшләү. Тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ. Белгестәрҙең иңенә – кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу, сирҙең таралыуына юл ҡуймау бурысы ҡуйылды.

Коронавирус пандемияһы ваҡытында фиҙаҡәрлек күрһәтеүселәргә иғтибар кәмемәй, киреһенсә, арта ғына. Республиканың ковид-госпиталдәрендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең бер төркөмө йәнә дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Ете тиҫтәнән ашыу белгес ил президенты исеменән тәбрикләнде.

В прошлом году мы вообщем-то все еще раз осознали что без врачей, фельдшеров, акушеров, медицинских работников невозможно чувствовать полноценную защиту и безопасность. Потому что самое главное это здоровье. И вообщем то оборудование, техника, объекты они конечно вообщем то ничего не значат без тех людей, которые наполняют это смыслом.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры

«Юғары дәүләт наградаһын алыу – дөйөм коллективтың еңеүе. «Ҡыҙыл зона»ла эшләгән һәр белгес ихтирам һәм иғтибарға лайыҡ,» – ти залдағылар. Шулай ҙа иң ҙур бүләк - пациенттарҙан рәхмәт һүҙҙәрен ишетеүҙә.

Коронавирус пандемияһы ваҡытында республикала ике заманса ковид-госпиталь төҙөлдө, дауаханалар тейешле дарыу, ҡорамалдар менән тәьмин ителде. Инфекцияға ҡаршы көрәштә Башҡортостан тәжрибәһен Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә уртаҡлашты. Табиптар билдәләүенсә, сирҙе тулыһынса еңеүҙә вакцинация ярҙам итәсәк.

2021 йыл республикала Һаулыҡ  һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип иғлан ителде. Алдағы йылдарҙа сәләмәтлек тармағында етди үҙгәрештәр көтөлә. Федераль үҙәк ярҙамы менән ярты меңдән ашыу яңы медицина учреждениеһы төҙөү планлаштырылған. Шул уҡ ваҡытта дауахана-поликлиникалар ҙа заманса төҫ аласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина