Кушнаренко районы Мәмәк ауылында йәшәүсе ғаиләнең сатлама һыуыҡта йылытыу торбалалры шартлаған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Электр энергияһы ярҙамында йылытылған ағас өйҙә һауа температураһы урамдағы  һыуыҡ менән бер. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән ике бала күршеләрендә ҡунып йөрөһә, әсәләре мунсала йәшәргә мәжбүр. Теманың дауамы Флорида Ким яҙмаһында.

Ике бала әсәһе Любовь Михайловскаяның 30 градус һыуыҡта мунсала йәшәргә уйы ла булмаған, әммә өйҙә бөтөнләй туңырға мөмкин. Эш урыны булмаған ҡатын һыйыр аҫрап ҡына көн күрә. Үҙҙәренән артҡан һөт, ҡаймаҡты һатып кибеттән башҡа аҙыҡ-түлек ала. Әммә коммуналь хужалыҡ түләүҙәренә аҡса еткерә алмаған ҡатындың бер нисә көн элек утын да һүндереп ҡуялар.

Һигеҙ йыл элек Владивосток ҡалаһынан ире менән Башҡортостанға күсенеп ҡайтҡан ханым тормош иптәше менән айырылғандан һуң, эшкә урынлашмаған. Ут өсөн түләмәгән хужабикәнең йортонда һыуыҡҡа сыҙай алмай йылытыу торбалары ла шартлаған. Мәктәптә уҡыусы балалары күршеләге әхирәтендә ҡунып йөрөргә мәжбүр.

Әммә әсә кешегә нисек кенә ауыр булмаһын, Любовь Михайловская килеп тыуған хәлдә үҙе ғәйепле тип белдерә ут менән тәьмин итеүсе компания вәкилдәре. Бер йыл самаһы электр өсөн иҫәпләшмәгән ҡатындың 50 меңгә яҡын бурысы йыйылған.

Торлаҡты ут менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре әйтеүенсә, зыян күреүсе мәсьәләне хәл итеү өсөн иҫкәртеү хаттарын иңҡар итеп, бәйләнешкә сыҡмаған. Йортто яңынан утҡа тоташтырыу өсөн Любовь Михайловскаяға бурысты ай һайын өлөшләтә кәметергә йәки илле меңде тулыһынса түләргә тура киләсәк. Һуңғы осраҡта әсә кешенең һыйырын һатып ҡына өйөн йылытыуы ихтимал.

Флорида Ким