Ҡурған өлкәһе социаль туҡландырыу буйынса Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн сит төбәк вәкилдәре Өфө районында мәктәп туҡланыуы комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты. Ҡунаҡтар балаларға аҙыҡ-түлек әҙерләү процесы һәм технологиялар менән ҡыҙыҡһынды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан 2019 йылда социаль туҡландырыу тәжрибәһе конкурсында икенсе урынды алғайны. Ҡурғандар төбәктең берҙәм меню төрҙәре һәм туҡландырыуҙы ойоштороу алымдарын өйрәнде.

Беҙҙе урындағы етештереүселәрҙе кооперативтарға берләштереп социаль туҡландырыуҙы ойоштороу процесы ҡыҙыҡһындыра. Был эште етештереүсенән алып мәктәп ашханаһына тиклем оҙатыусы дөйөм бер оператор башҡарыуы ла беҙҙең өсөн мөһим тәжрибә.

Максим Самойлов, Ҡурған өлкәһенең агросәнәғәт комплексы департаменты директоры урынбаҫары

Айнур Кәбиров