Бөрйән районында интернет конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Күркәм сара Брәтәк ауылы мәҙәниәт йортонда үтте. Интернет-конкурс Бөрйән районына ғына хас. Быйыл төбәктең төрлө ауылдарынан 10 ғаилә ҡатнашты.
Бәйге барышында улар үҙҙәре менән таныштырып, йыр-бейеүгә оҫталығын күрһәтте. Интернет конкурс һөҙөмтәһе Брәтәктә барланыуы осраҡлы түгел, урындағы халыҡ «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашырға теләк белдергән.
Рафиҡ Әхмәтшин