Илдең иң ҙур банкы спорт һәм социаль объекттар төҙөлөшө, агросәнәғәт комплексы өсөн кредиттар бирергә әҙер, тип яҙа социаль селтәрҙә премьер-министр Андрей Назаров. Уҙған йылда ауырлыҡтар булған тармаҡтарға ярҙам өсөн 8 миллиард һумдан ашыу суммаға процентһыҙ һәм ташламалы кредит бирелгән. Быйыл хеҙмәттәшлекте тағы нығытыу планлаштырыла. Банк 6 ауыл хужалығы проекты өсөн өлөшләтә финанслау шарттарында 9 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлергә әҙер. Шулай уҡ финанс ойошма ҡатнашлығында Өфөлә балалар табыу йорто, спорт объекттары төҙөү планлаштырыла. Бынан тыш Һаҡлыҡ банкы менән "Башавтотранс"ҡа лизинг шарттарында 120 автобус алыу тураһында килешелгән.