Был төбәк делегацияһы эш сәфәре менән Өфөгә килде. Ҡурған өлкәһенең агросәнәғәт комплексы департаменты етәксеһе Максим Самойлов белдереүенсә, был тәжрибә тураһында киң мәғлүмәт саралары хәбәр иткән. 2019 йылда Башҡортостан ашатыуҙы ойоштороу буйынса иң яҡшы тәжрибәләр конкурсында икенсе урын алды. Был эштең нисек ойошторолоуын өйрәнәбеҙ тине ул.