"Алға" махсус иҡтисади биләмәһендә юл материалдары һәм тимер-бетон ҡоролмалар етештереү яйға һалына

Был проект Башҡортостан инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды. Уны Премьер-министр Андрей Назаров уҙғарҙы. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн инвестор 600 миллион һумлан ашыу аҡса бүлергә әҙер. Инвестиция комитеты инвесторҙы махсус иҡтисади биләмә резиденттары рәтенә индереүҙе хупланы, уға закон буйынса төрлө ташламалар ҡаралған.