Башҡортостанда аҙыҡ-түлек 7,7 процентҡа ҡиммәтләнгән

Был турала Милли банктан хәбәр итәләр. Донъя баҙарында Рәсәйҙән арзан игенгә, иткә һәм үҫемлек майына ихтыяж артҡан. Ошо сәбәпле эске баҙарҙа ла хаҡтар күтәрелгән. Шулай уҡ ғинуар айында йәшелсә-емеш ҡиммәтләнеүе теркәлгән. Рәсәйҙә йыллыҡ инфляция 5,2 процент булған. Башҡортостанда ла шундай кимәл билдәләнгән.