Салауат ҡалаһында "Төҙөүсе" стадионын капиталь ремонтлау өсөн республика бюджетынан 235 миллион һум бүленгән. Әле эште башҡарыусы компания һайлана. "Төҙөүсе" стадионы 1959 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Унда һуңғы тапҡыр 2008 йылда капиталь ремонт эшләнгән булған. Республика башлығы Радий Хәбиров был объект яңыртыласаҡ тип белдерҙе.