Башҡортостанда Татарстан менән хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөм булдырылды

Ул 2019 йылда ике республика хөкүмәте араһында төҙөлгән килешеү буйынса  эш алып бара. Эшсе төркөмдө Премьер-министр Андрей Назаров етәкләй, составына министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов инде. Ике республика араһында килешеү ике йыл элек Петербург иҡтисади форумы барышында төҙөлдө, ул хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлтелгән.