Өфө-Охлебинино юлы яҡтыраҡ була

Уның 6 километрҙан ашыу өлөшөндә электр ҡорамалдары яңыртылды. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы башҡарылған, 200-гә яҡын электр бағанаһы ҡуйылған, республика бюджетынан 20 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.