Республика башлығы ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән Ғафури районында уҙғарыла. Хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов һәм Башҡорт Конгресы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге ойоштороу комитетына форумды үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән.