Республикала күпләп баҡса еләген үҫтереү һәм эшкәртеү планлаштырыла

Иглин районынан фермер Айгөл Мәрүәрова тәҡдим иткән проект Республика инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды. Илеш районында 2 ярым гектарҙа баҡса еләге үҫтерелә. Яңы проектҡа ярашлы, Өфө районында – 5, Ҡырмыҫҡалыла 10 гектар биләмәлә еләк үҫтереү планы бар. Йыл һайын 1 мең тонна еләк уңышы алыу, 30 тонна продукция етештереү маҡсаты ҡуйыла.

Шаран эшҡыуарҙары ла баҡса еләге үҫтерә. Уның майҙаны - 100 гектарҙан ашыу. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Минлин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт