Бөгөн Мишкә районында мари тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы үтте

16-сы быуаттың икенсе яртыһында Ҡазан ханлығы тарҡалып, Урта Иҙел төбәге Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, мариҙар көнсығышҡа күсенә. Улар Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайышында төпләнә. Республика мариҙарының 70 процент самаһы Мишкәлә йәшәй. Унда тарихи-мәҙәни үҙәк байтаҡ йылдар эшләп килә. Бөгөн асылған бинаға “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты буйынса реконструкция яһалған. Республика Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы рәйесе Алексей Ибуляев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мишкә районында “Үжара” республика мари-лингвистик лагеры эшләп килә. “Эрвел” бейеү ансамбле төбәктең йөҙөк ҡашы иҫәпләнә. Мари ҡыҙҙары өсөн “Саскави” һылыулыҡ конкурсы ойошторола. Район хакимиәте мәғариф бүлеге белгесе Лилиә Хәсәнова әйтеүенсә, мари халҡының мәҙәниәтен үҫтереү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн тарихи-мәҙәни үҙәктә дәүләт наградалары ла тапшырылды. Вице-премьер Азат Бадранов Краснокама районының “Эрвел-Мари” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Раиса Сатаеваны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.

2020 йылда Мишкә районы фин-уғыр халыҡтарының мәҙәни баш ҡалаһы булды. Башҡортостанда 100 меңдән ашыу мари йәшәй.