Башҡортостан мариҙары өй туйлай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн Мишкә районында фин-уғыр төркөмөнә ҡараған милләттең тарихи-мәҙәни үҙәге асылды. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, милли ойошмалар етәкселәре, Марий-Эл республикаһынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Был обьекттың тап ошо төбәктә урынлашыуы осраҡлы түгел.

Берҙән, Республика мариҙарының иң күбеһе ошо районда төпләнһә, икенсенән Мишкә-фин-уғыр донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителгән. Ә яңы үҙәктә милли хазиналарҙы һаҡлау, йәш быуынға тапшырыу өсөн тулы шарттар бар. Заманса обьекттың киң мөмкинлектәре хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Дәртле көй  малдың мөгөҙөнән һәм ҡыуығынан яһалған музыка ҡоралынан ағыла. Мариҙар уны волынка йәки шувыр тип йөрөтә. Инструмент башҡа милләттәрҙекенән айырыла һәм иң боронғо төр тип иҫәпләнә. Ә был инде тотыретпуч, мариҙарҙың сигнал торбаһы. Заман теле менән әйткәндә кеҫә телефоны. Уның ярҙамында осрашыуға саҡырырға ла, бәлә-ҡаза хаҡында ла иҫкәртергә мөмкин.

Музейҙа мариҙарҙың боронғо көнкүреш әйберҙәре лә, эш ҡоралдары ла, милли кейем өлгөләре лә ҡуйылған. Ә бына тарихи мәғлүмәттәрҙе инсталяциялар аша белергә була. Интерактив таҡталарҙың һәр береһе ҡалын-ҡалын китаптарҙы алмаштыра.

Белгестәр фекеренсә, йәштәрҙә тарихҡа һөйөү уятыу, ҡыҙыҡһындырыу тураһында һүҙ бара икән, заманса технологияларҙы ҡулланыу мотлаҡ. Ә мариҙарҙың киләсәк быуынға еткерерлек бай тарихи-мәҙәни мираҫыбар.

Тарихи-мәҙәни үҙәк музейҙан тыш эш кабинеттарын, күп функциялы залды,  төрлө студияларҙы үҙ эсенә ала. Дөйөм майҙан 1 мең квадрат метрға яҡын.

Үҙәктә ижади түңәрәктәрҙән тыш ҡул эштәренә лә өйрәнергә лә мөмкин. Мәҫәлән, Рим Ғәлимов ағас һырлау нескәлектәренә төшөндөрә. Оҫтаның  ижад емештәре  Мишкә районында ғына түгел, тотош республикала ла киң билдәле. Уның коллекцияһында айыуҙар айырым урын биләй.

Хөкүмәт премьер министры урынбаҫары Азат Бадранов билдәләүенсә, Марий-Элдан ситтәге мариҙарҙың иң күбеһе Башҡортостанда төпләнгән. Республикала төрлө милләт вәкилдәренә телде, тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларҙы өйрәнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Был эшмәкәрлек килсәктә лә дауам итәсәк. Әле тағы ла ике милли үҙәк асыу буйынса әҙерлек бара.

Мари тарихи-мәҙәни үҙәген капиталь төҙөкләндереү өсөн аҡсаны «Башнефть» акционерҙар йәмғиәте бүлгән. Хужалар әйтеүенсә, ремонт тип әйтеү генә аҙ. Объект тулыһса яңыртылған. Хәҙер ысынлап та, Мишкә-фин-уғыр донъяһының мәҙәни мәккәһе тип әйтергә һәм тотош ил кимәлендәге саралар уҙғарырырға мөмкин.

Р.Кәримова