Учреждениеға бүленгән 1 миллион 200 мең һум суммаға башҡортса брайл шрифтлы ҡоролмалар һатып алынған. Уның ярҙамында балалар уҡыу материалдарын еңел һәм ҡыҙыҡлы формала үҙләштерә ала. Артабан теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
. Күреү һәләтенән мәхрүм Илсур Сөләймәнов синыфташтары менән дәрес программаһын яңы ҡоролма аша үҙләштерә . Өфөнөң 28-се коррекция мәктәбенә уҡыусылар өсөн башҡортса брайль шрифтлы клавиатура һәм синтезатор килтерелгән. Быға тиклем туған тел ҡағиҙәләре һәм әҙәбиәт менән улар китаптар аша ғына танышҡан.
Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булған учреждениела башҡортса брайль шрифтлы компьютер тураһында күптән хыял иткәндәр. Шуға ла миллион һумдан ашыу аҡса тап ошо ҡоролманы йыһазландырыу өсөн йүнәлтелә. Насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн пргорамманы ошо учреждениены тамамлаған педагогия университеты студенты төҙөгән.
Тауыш һәм тактиль хәрәкәттәр ярҙамында эшләгән синтезаторҙан тыш мәктәпкә ҡиммәтле Брайль принтеры һатып алынған. Уның ярҙамында малай-ҡыҙҙар өсөн уҡыу дәреслектәре баҫтырыла.
Тактиль шрифт балаларға тел өйрәнеүҙән тыш аралашырға, күп яҡлы белем алырға, яңы мәғлүмәт тупларға һәм фекерҙәрен еткерергә ярҙам итә. Башҡорт телендәге шрифт ярҙамында уҡыусылар әҙәби, фәнни материалдар менән таныша.
Өфөнөң 28-cе коррекция мәктәп-интернатында республиканың төрлө район-ҡалаларынан һуҡыр һәм күреү һәләте насар булған 190 бала уҡый. Дәрестәрҙән тыш ваҡытын малай-ҡыҙҙар музыка өйрәнеүгә , спортҡа, ижадҡа бағышлай. Уларҙың һәр береһе уҡыу программаһын ихлас тырышлыҡ менән өйрәнә, сөнки мәктәптән һуң үҫмерҙәрҙе үҙаллы ҙур тормош көтә.
Ф.Ким