«Башҡортостан» нәшриәт йорто матбуғатҡа яҙылыусылар араһында үткәрелгән конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Бүләкте Ҡырмыҫҡалы районынан Ғәзимә Абдуллина отто. Ул төбәктә сығып килгән «Кармаскалинская новь» һәм «Үҙән» гәзиттәренә яҙылғандан һуң квитанцияларының күсермәһен ойоштороусыларҙың электрон почтаһына ебәргән. Күп тә үтмәй уға бәхет йылмайған.
Башҡортостанда 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы дауам итә. Уҡыусылар ташламалы хаҡ менән гәзит, журналдарға яҙыла ала. 1 апрелдән төп кампания башлана, ул 20 декабргә тиклем иҫәпләнгән. Баҫмалар исемлеге һәм матбуғатҡа яҙылыу тураһында тулы мәғлүмәт менән рб сми нөктә ру сайтында танышырға мөмкин.