Ишембай ҡалаһында хеҙмәтсәндәрҙең Ҡышҡы спартакиадаһы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Саңғы ярышында ярты меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Старт һыҙығына ҡаланың сәнәғәт предприятиелары, социаль учреждениелар вәкилдәре баҫты.

Дөйөм команда зачеты буйынса беренселекте энергетиктар яулаһа, икенсе, өсөнсө урындарҙы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһе белгестәре уртаҡлашты. Сара сиктәрендә ауыл биләмәләре араһында ла еңеүселәр билдәләнде, Ишәйҙәр – иң яҡшы саңғысылар тип танылды.

Гөлназ Хәйбуллина