27 февралдә Бөрйән районында “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары” үтә

Спорт байрамында традицион уҡ атыу турниры, “Ылаҡ”  уйыны, көрәш, таяҡ тартыш һәм башҡа төрҙәр буйынса ярыштар көтөлә. Күскенселәр тормошон алып барған ата-бабаларыбыҙҙың бер өлөшө булыу, башҡорт халҡының электән килгән милли уйындарында ҡатнашыу атмосфераһына сумыу бер кемде лә битараф итмәйәсәк, ти ойоштороусылар.