Бөгөн Өфөлә Ватан һаҡсылары тәбрикләнде

Бөгөн Өфөлә 23 февралгә арналған тантаналы йыйылыш булды. “Был ҙур байрам, ул бөтә илдә билдәләнә һәм халыҡты берләштерә”, - тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса республикала Миңлеғәли Шайморатов ордены булдырылды. Тәүге наградалар легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына бирелде. Бөгөн республика парламенты рәйесе батырлыҡ күрһәткән 7 яҡташтарыбыҙға Шайморатов орденын тапшырҙы. Уларҙың береһе – Афған һуғышында ҡатнашҡан десант-штурм бригадаһы һалдаты Радик Рәхимҡолов. Ул наградаға үлгәндән һуң лайыҡ булды. Орденды батырҙың әсәһе Наилә Рәхимҡолова алды. Наилә Самат ҡыҙы әле лә улын көтөүе хаҡында белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тантаналы сарала республикала тыуып үҫкән Рәсәй Геройҙары – Рафиҡ Иҡсанов, Вячеслав Аверьянов, Анатолий Сафронов һәм Риф Сәхәбәтдинов ҡатнашты.

Фотоһүрәт : "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан.