Андрей Назаров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһында булды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Иҫке Сибай ауылында мәктәп төҙөлөшөн ҡараны. Бинаны төҙөү графиктан ҡалыша. Шуға подрядсы ойошманы алмаштырырға тура килде. Әле эштәр яҡшыраҡ бара. Андрей Назаров 1 авгусҡа мәктәпте төҙөп бөтөргә ҡушты. Кире осраҡта яуаплы кешеләр вазифаһынан бушатыла, тине Премьер-министр. Сибай ҡалаһында филармония реконструкцияһы ла намыҫһыҙ төҙөүсе арҡаһында ваҡытында файҙаланыуға тапшырылманы. Ул былтыр нобярҙә асылырға тейеш ине. Андрей Назаров быйыл майҙа филармонияны төҙөп бөтөп файҙаланыуға тапшырыу бурысын ҡуйҙы.