Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә Башҡортостан халҡы 6 телдә диктант яҙҙы

Your browser doesn't support HTML5 video.

 Акция өсөн төп майҙансыҡтар Өфөлә ойошторолдо. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала – башҡорт, Милли музейҙа – рус, Башҡорт дәүләт педагогия университетында – татар, сыуаш йәкшәмбе мәктәбендә – сыуаш, Мишкә районында мари һәм Тәтешлелә удмурт телендә диктант яҙырға мөмкинлеге булдырылды.

Башҡорт теленән үҙ белемен һынап ҡарарға республиканың билдәле шәхестәре, сәйәсмәндәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм журналистар йыйылды. Йәштәр ҙә саранан ситтә ҡалманы. Улар өсөн Яныбай Хамматовтың «Төнъяҡ амурҙары» әҫәренән өҙөк тәҡдим ителде.

Сараны ойоштороусылар тап ошо әҫәрҙе осраҡлы ғына һайламаған. Сөнки быйыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителһә, киләһе йылда 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығы билдәләнә.