20 февралдә Граждандар һуғышы ҡаһарманы, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улының тыуыуына 130 йыл тулды. Ул репрессияларға дусар булған халҡыбыҙ зыялылары менән берлектә баш ҡаланың Дон зыяратындағы 1-се туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Күренекле командирҙы иҫкә алыу сараһы йәмәғәтселек вәкилдәренә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан осрашыу өсөн дә яҡшы сәбәп булды. Улар ҡәбергә сәскәләр һалды, комбригты иҫкә алды.