Башҡорт ырыуҙары йыйындары дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йәлдәк, балыҡсы һәм урандарҙан ҡала йыйын үткәреү хоҡуғы унлар ырыуы башҡорттарына күсте. Сара Унларҙың төп төйәге – Ҡариҙел районында үткәрелде.

Унлар ырыуының күршеләре – балыҡсылар, таныптар һәм йәлдәктәр. Йыйынға Асҡын, Борай райондарынан ошо ырыу вәкилдәре йыйылғайны.

Йыйындың пленар өлөшөндә ырыу тарихы, уның мәҙәни байлығы, ауылдарҙың социаль хәле, халыҡты борсоған һорауҙар тураһында ентекле сығыштар яңғыраны. Әлбиттә, барыһын да тийерлек ошо төбәк башҡорттарының ерле теле, йәғни, төнъяҡ-көнбайыш диалектының Ҡариҙел һөйләшенең яҙмышы борсой.

Бына бер нисә йыл элек Радий Хәбиров башҡорт телендә һөйләшеүҙе модалы итәйек. Шуның өсөн диалектта һөйләшеүҙе модалы итмәһәк тә, онотмайыҡ диалектты, хәтергә төшөрөп торайыҡ, һис юғында үҙ-ара.

Ришат Миндияров, телерадиожурналист, Унлар ырыуы вәкиле

Ғарифулла Кейеков Яҡуп ауылының мәзине Ғилажетдин мулла менән һөйләшкәнде тыңлап торғас, һоҡланып: «Ҡара але, был яҡта башҡортлар шәжге менән генә, йәғни речитатив менән генә һөйләшәләр икән», тип әйтә.

Фидаил Сафин, Болмозо ауылында йәшәүсе, Унлар ырыуы вәкиле

Саф башҡорт телендә лә һөйләшмәбеҙ, мына шушындай телебеҙдә сөйләшеп, үзебеззең телебеҙҙе саклап калып, йәшәп ятабыз инде.Бик матур киәфәттәбез инде.

Айҙар Ғиндуллин, Яңы Бәрҙәш ауыл хакимиәте башлығы

Был төбәк матди һәм рухи хазиналарға бай. Сара сиктәрендә халыҡ ижады буйынса төбәк-ара семинарҙа нәҡ шул хазиналар асыҡланды ла инде. Мәҫәлән, осо бөрмәләнгән, шулай уҡ, селтәр менән биҙәлгән таҫтамал, һөлгөләр; итәге бай биҙәлгән, төймәләр баҫылған;шулай уҡ, 18-се быуатҡа ҡараған реконструкцияланған - күкрәк аҫтына балитәк һалынған күлдәк.

Ошондай деталле күлдәк этнографик музейҙа ла беҙҙең яҡтың өлгөһө булып һаҡлана. Һәм шуға ла мин уны иҫбат итә алам, ул беҙҙә булған. Оригиналда ул ошо япма бик матур ғына булып тора.

Гөлнара Солтанова, Абыз мәктәбе башҡорт теле уҡытыусыһы

1816 йылдан алып 1829 йылға тиклем Унлар олоҫо 10-сы кантон составында була. Унлар 1812 йылғы һуғышҡа 5-се башҡорт полкы составында китә. Беҙҙең көндәргә тиклем тик ошо 10-сы кантондан киткән яугирҙәрҙең генә байрағы һаҡланған. Шәжәрәләргә лә ил тарихын яҙған Унларҙың тарихи шәхестәренең исемдәре ингән. Тәбиғәтең ожмахҡа тиң төбәгендә йәшәй улар. Йәштәр киләсәген үҙҙәренең тыуған төбөгендә күрә. Ҡариҙелдә һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең ауылда ҡалыуы күҙәтелә.

Рәшиҙә Ишембәтова