Өфөлә мәктәп уҡыусыларын кадетҡа ҡабул итеү тантанаһы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малай тыуған ил алдында тоғролоҡҡа һәм хәрби аманатҡа тап төшөрмәҫкә ант бирҙе. Йәш кадеттарҙы тәбрикләргә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм Төньяҡ флоттың «Иван Грен» ҙур десант карабы вәкилдәре килде.

Әлеге ваҡытта «Витязь-юниор» диңгеҙ пехотаһының республика хәрби-патриотик кадет үҙәге 600-ҙән ашыу уҡыусыны берләштерә. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уның сафы тағы ла тулыланды. Өфө, Благовещен һәм Иглин мәктәптәрендә белем алыусы йәштәргә кадет таныҡлығы тапшырылды. Осрашыуҙа сығыш яһаусылар билдәләнеүенсә, кадетҡа ҡабул ителгән уҡыусылар илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә.

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә кадет хәрәкәте әүҙем үҫешә. Бының үҙ сәбәптере лә бар. Беренсенән, йәмғиәткә белемле, сәләмәт һәм патриотик рухта тәрбиәләнгән йәш быуын талап ителә, икенсенән, уларҙы заман афәттәренән аралау мөһим. Был йәһәттән  кадет мәктәптәре балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә. 

Ҡабул ителгән кадеттар киләсәк яҙмышын диңгеҙ флоты менән дә бәйләүе ихтимал. Һәр хәлдә, уларҙы «Иван Грен» ҙур десант карабы көтөп ҡала. Бер йыл элек Башҡортостан килешеү нигеҙендә был судноны шефлыҡҡа алғайны. Әлеге көндә өс тиҫтәләп яҡташыбыҙ контракт буйынса Рәсәйҙең Төньяҡ флотына ҡараған карапта лайыҡлы хеҙмәт ала. Карап командиры Андрей Жарков кадеттарҙы тәбрикләп, Башҡортостан вәкилдәрен һәр ваҡыт көтөп ҡалыуҙарын белдерҙе.  

Илдар Байбулатов