Урындағы мәктәп стенаһына беркетелгән иҫтәлекле таҡтаташта «Был мәктәптә 1948-1955 йылдарҙа башҡорт шағиры, ЮНЕСКО-ның Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара дипломы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Сафуан Әлибаев уҡыған» тип яҙылған.
Былтыр, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә, Тирмән урта мәктәбенә Сафуан Әлибаевтың исеме бирелде. Сарала ҡатнашыусылар мәктәп музейы менән танышты.
Салауат Әлибаев атаһының шәхси әйберҙәрен тапшырҙы. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ағинәйҙәр ҡатнашлығындағы әҙәби-музыкаль композициянан һуң ҡунаҡтар Малаяҙға юлланды. Район мәҙәниәт йортонда Сафуан Әлибаевтың юбилейына ҡарата Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үткәрелде.
Рафиҡ Әхмәтшин