Күгәрсен хоккей лигаһы. Районда Рамаҙан Абдрахимов кубогына турнир үтте. Унда Теләүембәт ауылының «Ҡыҙыл байраҡ» командаһына ҡаршы, Бөрйән, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарынан килгән һәүәҫкәр хоккейсылар сәкән һуҡты.
Хоккей Теләүембәт халҡының яратҡан уйыны. Элек шарттар булмағанда ла урындағы халыҡ ҡул аҫтындағы материалдан сәкән эшләп шайба һуҡҡан. Әле ауылда заманса хоккей майҙаны төҙөлгән. Конькиҙа шыуып яратҡан уйында көс һынап ҡарау мөмкинлеге бар.
Теләүембәттәрҙең хоккей командаһы «Ҡыҙыл байраҡ» исемен йөрөтә. Заманында колхоз шулай аталған. Урындағы боҙҙа коллектив хужалыҡтың элекке етәксеһе Рамаҙан Абдрахимов кубогына төбәк-ара турнир үткәрелә. Унда Теләүембәттәрҙән тыш күрше райондарҙан командалар ҡатнаша
Еңеүселәргә йыл да ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла. Быйыл турнирҙы ойоштороу комитеты приз фондын да арттырған. Беренсе урынға 50 мең һум, икенселәргә 40 һәм өсөнсө урынға сығыусыларға 30 мең һум күләмендә сертификат әҙерләнгән. Был аҡсалар хоккей йыһаздарын алыу өсөн ҡулланыла.
Рамаҙан Абдрахимов кубогына турнир быйыл унынсы тапҡыр ойошторолдо. Йыл да унда «Ҡыҙыл байраҡ» хоккейсылары еңеп килде. Юбилейлы ярышта йола боҙолдо. Турнир чемпионы исемен бөрйәндән килгән хоккей командаһы яуланы.
Рафиҡ Әхмәтшин