Ауырғазы районында бер-бер артлы алты авария теркәлгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн республиканың айырым райондарында яуған көслө ҡар һәм буран күп һанлы аварияларға сәбәпсе булды.

Юл-транспорт ваҡиғаһы Ауырғазы районының Талбазы ауылы эргәһендә лә теркәлде.

Өфө-Ырымбур трассаһының 80-се саҡрымында ғына бер-бер артлы 6 авария теркәлә, медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеүселәр юҡ. Урында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Башҡортостанда һауа шарттары артабан да тотороҡһоҙ ҡала, сатлама һыуыҡ һаҡлана. Быҫа бәйле, водителдәргә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, тиҙлек режимын һаҡларға кәңәш ителә.

Әлфинә Килдейәрова