«23 февраль – дөйөм халыҡ байрамы, ул төрлө быуын вәкилдәрен берләштерә, батырлыҡ һәм тыуған илгә һөйөү билдәһе, уның һағына баҫырға әҙер булыуҙы сағылдыра. Беҙ хәрби бурысын үтәүселәрҙе, оборона сәнәғәте предприятиеларында фиҙаҡәр хеҙмәте менән Ватаныбыҙ ҡалҡанын нығытыусыларға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, яугир-интернационалистар, локаль бәрелештәр ветерандарының ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ. Һалдат һәм офицерҙарҙың әсәләре, ғаилә усағын һаҡлаусы тормош иптәштәре, тыуған илгә тоғро улдар тәрбиәләүсе ата-әсәләр йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.
Башҡортостанда илһөйәрлек тәрбиәһе традициялары ныҡлы үҫешкән. Республикала меңдән ашыу хәрби-патриотик клуб, йәш армиясы һәм эҙәрмәндәр отрядтары, кадет корпусы һәм синыфтары эшләй. Былтыр армия һәм флотты 9 меңдән ашыу Башҡортостан егете тулыландырҙы. Яҡташтарыбыҙ бөтә төр ғәскәрҙәрҙә лә һынатмай уңышлы хеҙмәт итә. Рәсәй ҡораллы көстәренең хәрби әҙерлеге юғары кимәлдә тип ышаныс менән әйтә алабыҙ», – тиелә Башҡортостан башлығының Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡотлауында.
Рафиҡ Әхмәтшин