Сауҙа майҙандарында һыйыр, йылҡы, ҡош ите, ҡаҙылыҡ, һөт продукцияһы һәм башҡа ризыҡтар һатып алырға мөмкин. Баш ҡалала ойошторолған сауҙа рәттәре тиҫтәләп майҙанда уҙғарылды. Спорт һарайы алдында ҡала халҡы сифатлы ит һатып алды. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр был көндәрҙә айырыуса һыйыр ите яҡшы үтеүен билдәләй.
Ауыл хужалығы эшсәндәре килтергән продукция кибеттәгенән күпкә арзан булыуы менән дә айырыла. Йәштәр һарайы алдындағы йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем дауам итте. Һатыуға сығарылған бөтә төр аҙыҡ-түлек санитар-ветеринария лабораторияһында тикшереү үткән.
Флорида Ким