Саҡмағош районы Митрәй-Әйүп ауылында йәшәүсе оло йәштәгеләр араһында иптәштәрсә матч үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сәкән урынына һепертке. Саҡмағош районы Митрәй-Әйүп ауылында йәшәүсе оло йәштәгеләр араһында иптәштәрсә матч үтте. Ике командаға бүленгән гүзәл заттар һеперке тотоп боҙ майҙансығында хоккей уйнаны. Сара республикалағы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы сиктәрендә ойошторолдо. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Иптәштәрсә матч сәләмләүҙән башланды. Һәр спорт ярыштарындағы кеүек Митрәй-Әйүп ауылы ханымдары ике командаға бүленеп, боҙ өҫтөнә сыҡты.

Майҙансыҡта осрашыу ҡыҙыу башланды. Сәкән урынына селек тотоп уйнауҙарына ҡарамаҫтан, ике яҡ команда ла һынатманы. Әлбиттә, еңеү артынан ҡыуған хоккейсылар араһында иҫкәртеү алыусылар ҙа булды. Уйын барышында командалар тайм-аутта кәңәш ҡорҙо. Унан һуң инде йәштәргә биргеһеҙ етеҙлек менән менән шайба артынан ҡыуҙы. Тәүге иҫәп мәғариф ветераны Лена Усманова ярҙамында асылды.

Митрәй-Әйүп ауылы йәштәре араһында ла спортты үҙ итеүселәр күп. «Торнадо» хоккей командаһы район кимәлендәге ярыштарҙа һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Мәктәп уҡыусылары ла йыш ҡына дәрестәрҙән һуң ваҡытын боҙ майҙансығында уҙғара. Оло йәштәгеләр ҙә ҡалышмай.

Сәмле ярышта дуҫлыҡ еңде. Матч һуңынан да ханымдар таралырға ашыҡманы. Сара бергәләп күңел асыу менән тамамланды.

Азат Ғәлиуллин