Төнъяҡ флот вәкилдәре Башҡортостанға Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан килде. Десант карабы диңгеҙселәре һәм Республика Башлығы Өфөлә Мәңгелек утҡа сәскә һалды һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хөрмәтенә арналған “Ат уйнатып алдан бара” спектаклен ҡараны. Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм икенсе ранг капитаны Андрей Жарков килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Республика Хөкүмәте һәм Төньяҡ флоттың “Иван Грен” ҙур десант карабы экипажы араһында хеҙмәттәшлек булдырылды.